Ҡала хакимиәте раҫлаған документ 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уға ярашлы, ведомство-ара комиссия булдырыла. Ул балалар лагерҙары һәм башҡа сәләмәтләндереү учреждениелары эшмәкәрлеген күҙәтә. Составына мәғариф идаралығы, йәштәр эштәре буйынса комитет, опека органдары, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте вәкилдәре була. Айырыуса иғтибар етем балаларға бирелә.