Өфөлә Ленин исемендәге парктағы төҙөлөш эштәре дауам итә

Республика көнөнә асыласаҡ паркта реконструкция график буйынса бара. Әлегә биләмәлә инженер селтәрҙәре яңыртылған, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, амфитеатр тәртипкә килтерелгән. Яңыртылған парк Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял урынына әйләнәсәк тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова.

Ленин исемендәге парк аҙналап түгел, көн дә үҙгәрә тип әйтергә мөмкин. Юғары тиҙлектә алып барылған төҙөлөш киске сәғәттәрҙә, ямғыр-һалҡындарҙа ла туҡтамай. Төҙөүселәрҙең мотивацияһы көслө-октябргә Республика көнөнә яңыртылған паркты файҙаланыуға тапшырыу. Әлегә паркта инженер селтәрҙәре һуҙылған, бәләкәй архитектура формаларары урынлаштырылған. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарҙың бетон япмаһын һалыу, спорт майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү дауам итә.

10 метрға тиклем һыу урғыласаҡ фонтан, ҡеүәтле амфитетар яңыртылған парктың йөҙөк ҡашы булып тора. Быға тиклем буш торған биләмәлә балалар, өлкәндәр өсөн саралар ойоштороу, мәҙәни байрамдар үткәреү мөмкин буласаҡ.

Ленин паркы төҙөлөшөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шәхсән контрольдә тота. Төбәк башлығы паркта ремонт эштәрен килешелгән график буйынса тамамлау маҡсатын ҡуйҙы.

Ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан парк «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. Биләмәне яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә-сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола.

Флорида Миһранова