Мәсетле районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Изге ҡулдар» инклюзив фестивале ойошторолдо. Социаль проект «Беренселәр хәрәкәте»нең грант ярҙамы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Байрам Мәсетле, Балаҡатай, Салауат, Ҡыйғы, Дыуан райондарынан йөҙҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Сараның төп үҙенсәлеге-индивидуаль ярҙам. Һәр балаға шәхсән ярҙамсы-йәш ирекмән тәғәйенләнде. Был балаларға тиҙ яраҡлашып китергә һәм яңы дуҫтар табырға ярҙам итә.
Фестиваль бай программа менән айырылып торҙо. Балалар ҡағыҙҙан эшләнгән ҡулдар менән символик «Изгелек ағасын» эшләне, бейеп күңел асты, ә иң кескәйҙәре өсөн ҡоро бассейн урынлаштырылды. Сара һуңында йәш ирекмәндәр изге күңелле һәм мәрхәмәтле булыуҙары өсөн иҫтәлекле дипломдар менән бүләкләнде. Фестивалдә ҡатнашыусы һәр балаға йомшаҡ уйынсыҡтар һәм бүләктәр тапшырылды.