Краснокама районында «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль проекты буйынса магистраль һыу үткәргес төҙөлә. Эштәр киләһе йыл тамамланып, 35 тораҡ пункт өҙлөкһөҙ рәүештә һыу менән тәьмин ителәсәк. Инженер объект төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында Ағиҙел ҡалаһында яңыртылған тарихи-мәҙәни объекттарҙы ҡараны, махсус хәрби операция ветерандары, ирекмәндәр һәм йәштәр менән аралашты. Өлкән быуын вәкилдәре-урындағы баҡсасылар ҙа Радий Хәбиров менән осрашып борсоған һорауҙарына яуап алды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Республика башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһына эш сәфәрен баҡсасылар менән аралашыуҙан башланы. Махсус йыһазландырылған сауҙа рәттәрендә улар үҙ участкаларында үҫтергән йәшелсә, емеш-еләк менән һатыу итә. Төбәк етәксеһе урындағы халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Ҡала хакимиәте башлығы билдәләүенсә, әле баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юл участкаларында ремонт дауам итә, транспорт мәсьәләһе лә хәл ителә. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән пенсионерҙарҙың береһе өлкән быуын вәкилдәре өсөн «Алға» картаһы ҙур ярҙам булыуын да билдәләне.
Радий Хәбиров баҡсасыларҙан йәшелсә һатып алып, уларға уңыштар теләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса 2022 йылдан алып муниципалитеттарҙа махсус сауҙа майҙансыҡтары ойошторолоп, баҡсасыларға артып ҡалған продукция менән һатыу итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһында төҙөкләндерелгән мәҙәни-тарихи объекттар менән танышты. «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә үҙәк китапхананы яңыртыу өсөн 25 млн һум аҡса бүленгән.
Ошо уҡ бинала урынлашҡан тарих музейын төҙөкләндереү өсөн дә 11 млн һум субсидия ҡаралған. Дәүләт ярҙамы менән музей интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылған, экускурсия программаһы камиллаштырылған.
Уңайлы ҡала мөхите булдырыу программаһында еңеү яулап төҙөкләндерелгән «Ағиҙел тулҡындары» паркы урындағы халыҡтың яратҡан ял урындарының береһе. Элек ташландыҡ хәлдә булған футбол майҙанында хәҙер спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, байрамдар ойоштороу өсөн шарттар тыуҙырылған.
Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһында асылған «Ғаилә» күп функциялы үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Заманса объект «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәген, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалын, «Беренселәр хәрәкәте» бүлеген берләштерә. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операция ветераны менән аралашты.
Ошо уҡ бинала эшләп килгән ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар эше өҙлөкһөҙ алып барыла. Битараф булмаған гүзәл заттарҙың тырышлығы менән 5 саҡрым маскировка селтәре үрелгән, ике меңдән ашыу окоп шәме етештерелгән, йөҙәрләгән килограмм аҙыҡ-түлек оҙатылған. Төбәк башлығы ирекмәндәргә оло рәхмәтен еткерҙе.
Көн тәртибендә төбәк башлығы Радий Хәбиров Краснокама районында магистраль һыу үткәргес төҙөлөш майҙансығын да ҡараны. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса һалынған инженер объект 35 ауылға һыу үткәрергә булышлыҡ итәсәк. Урындағы халыҡ көтөп алған һыу селтәре йөҙәрләгән кешенең көндәлек тормошон еңеләйтер тип көтөлә.
Флорида Миһранова