Яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн социаль координаторҙар белем камиллаштырҙы

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 150-ән ашыу социаль координатор махсус курстар үтте. Улар «Ауыр тормош шарттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яугирҙарҙың ғаиләләрен социаль-психологик яҡлау» программаһы буйынса белемен камиллаштырҙы. Ике көнлөк мәғариф модуле онлайн һәм оффлайн форматтарҙа ойошторолдо. Был курстарҙа ҡатмарлы осраҡтар ҡаралды, яугирҙарға, уларҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына йылы һүҙҙәр табырға, айырым һиҙгерлек кәрәк булған осраҡтарҙа һәр кемдең хәленә инеп ярҙам ҡулы һуҙыу алымдары өйрәтелде. Координаторҙарға белемдәрен раҫлаусы рәсми танытма тапшырылды.