Тәүлек әйләнәһенә эшләгән сервис өсөн айырым ҡушымталар талап ителмәй телефонда мессенджер булыуы ла етә. Операцияны башҡарғанда билеттарҙың урыны күрһәтелмәй, заказ буйынса иң күбе биш билет алырға рөхсәт ителә. Бынан тыш велосипед, багаж һәм эт-бесәйҙәрҙе ташыу өсөн квитанцияларҙы рәсмиләштерергә, билет графигын һәм хаҡын белергә мөмкин. Барлыҡ түләүҙәрҙе банк картаһы ярҙамында башҡарырға була.