Балалар майҙансыҡтарын ремонтлау һәм дауаханаларҙа туҡланыу мәсьәләләре. Туймазы ҡалаһында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы активистары халыҡ менән осрашып, социаль һәм бизнес-башланғыстар менән танышты. Махсус хәрби операцияға ярҙам, ирекмәндәрҙе дәртләндереү, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса һорауҙар ҙа көн тәртибенә сығарылды. Шулай уҡ палата ағзалары урындағы социаль учреждениелар, шул иҫәптән 5-cе балалар баҡсаһы эшмәкәрлеген дә ҡараны.