Өфө фабрикаһында шайморатовсылар өсөн яңы уҡыу формаһы тегелә

Шайморатовсылар мәктәпкә әҙерләнә. Легендар комдив исемен йөрөткән класстарҙа белем алыусылар яңы уҡыу йылына формаларын яңырта. Өфөләге фабрикала уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға махсус кейем тегелә. Сифатлы туҡымаларҙан етештерелгән формаға заказдар төрлө район-ҡалаларҙан ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге класста уҡыусыларҙы махсус формаһынан танырға була. Сағыу, модалы, үҙенсәлекле стилдә етештерелгән кейемде уларҙың байтаҡ өлөшө Өфөләге фабрикаларҙа тектерә. «Йәй көндәрендә заказдар айырыуса күпләп килә,»- ти хеҙмәткәрҙәр. Сифатлы туҡымаларҙан етештерелгән кейемдәрҙе малай-ҡыҙҙар йыл дауамында яратып кейә.

Зәңгәр төҫтәге форма уҡыусылар өсөн генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә ҡаралған. Тыуған ил тарихын өйрәткән педагогтар ҙа балаларҙы үҙ миҫалында илһөйәрлек рухында тәрбиәләй.

Йыл һайын төбәктә шайморатовсылар сафы йөҙәрләгән уҡыусы менән тулылана. Яҡшы билдәгә өлгәшкән малайҙар-ҡыҙҙар тантаналы шарттарҙа тыуған илебеҙгә тоғролоҡ һаҡларға ант биреп өҫтәмә программа үҙләштерә. Рәсәй Геройы Миңләғәле Шайморатов класстарында белем алыусылар өсөн уҡтан атыу, йөҙөү, спорт дәрестәре, тарих, шахмат кеүек түңәрәктәр ҡаралған. Октябрҙә Республика көнөндә меңгә яҡын уҡыусы шайморатывсылар сафына ҡабул ителә.

Флорида Миһранова