Баймаҡ районының Урал ауылында халыҡты берләштергән ҙур сара ойошторолдо

Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проектҡа ярашлы, күргәҙмәлә боронғо технологиялар буйынса ҡулдан баҫылған кейеҙ балаҫтар менән танышып булды. Һәр өлгөлә тере тарих, уны оҫталар быуындан-быуынға һаҡсыл тапшыра килә. Сара сиктәрендә боронғо кәсеп буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Урал ауылы халҡының дөйөм тырышлығы менән эшләнгән уникаль кейеҙ балаҫ иһә рәсми рәүештә Башҡортостандың Милли музейына тапшырылды.