Рус халыҡ календары буйынса бөгөн Алма уңышы байрамы билдәләнә

19 август көндө йыйылған алманан компот әҙерләнә, ҡайнатма ҡайнатыла, туғандарҙы, яҡындарҙы һәм мохтаждарҙы һыйлау ҡаралған. Милли йоланы йыл һайын республиканың Рустар соборы уҙғара. Өфөләге «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында байрам бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Лагерҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләрҙең балалары ял итә. Малай-ҡыҙҙар дәртле көйҙәргә бейене, алманан бешерелгән тәмлекәстәр менән һыйланды, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Беҙ был сараны йәш быуын боронғо байрамдарҙы онотмаһын өсөн үткәрәбеҙ. Күңелле уйындарҙан балаларҙың кәйефе күтәрелә-был да беҙҙең өсөн мөһим.

Ольга Завьялова, «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһы идарасыһы