Башҡортостанда ситтән тороп эшләүгә ҡыҙыҡһыныу арта

Офистан тыш эш популярлығы ил буйынса ла күҙәтелә. Мәҫәлән,бер йыл эсендә сайттарҙа ундай категория вакансия эҙләү 15 процентҡа артҡан. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Был өҫтәлдә ул берҙәм дәүләт имтихандарына, вузда уҡығанда сессияға әҙерләнгән. Хәҙер инде ул эш өҫтәле. Карина Краснодар крайындағы компанияла юғары уҡыу йортонда уҡығанда уҡ эшләй башлаған. Ул алты йыл дауамында ойошма өсөн программалар яҙа. Бөтә эш инглиз телендә башҡарыла. Ҡыҙ өсөн ҡайҙалыр офисҡа барып эшләү ят. Ошо ваҡыт эсендә үҙенең етәкселәрен һәм бер компанияла эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе күрмәгән дә.

Ҡайҙалыр офисҡа барып эшләүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Өйҙән эшләү уңайлы. Минең дә эш көнөм һигеҙ сәғәт дауам итә. Төш ваҡытында фитнес залға барып киләм. Отпускы ваҡытында ла ноутбукты үҙем менән йөрөтәм.

Карина Харисова, программист

Альбина Байбулатова иһә офиста эшләргә ярата. Был предприятиеға эшкә урынлашыуына ике ай ғына. Коллектив менән уртаҡ тел табырға өлгөргән. Егерме йыллыҡ тәжрибә лә яуаплы эштә ярҙам итә. Иртә һайын эш урынына килеү, көндө хеҙмәттәштәр менән бер бүлмәлә уҙғарыу уға күңел талабы.

Карина бер көн дә офиста, ә Альбина бер көн дә ситтән тороп өйҙә эшләп ҡарамаған. Ике ханымдың да эш хаҡы яҡынса бер төрлө. Кемгәлер юлға ресурс һәм ваҡыт әрәм итмәй генә өйҙән эшләү оҡшаһа, башҡалар кеше араһындағы хеҙмәтте үҙ итә. Статистика күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә пандемия мәленән бирле фрилансер эше популярлашҡан. Әммә бөтә эште лә ситтән тороп башҡарып булмай. Шуға ла хеҙмәт баҙарында был йәһәттә артыҡ ҙур ихтыяж да юҡ.

Былтырғы менән сағыштырғанда мәшғүллек үҙәктәрендә ситтән тороп эшләү йүнәлешендәге вакансияларҙың артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән былтыр 73, быйыл 148 эш урыны тәҡдим ителә. Уларҙың күбеһе һатыу менән бәйле. Менеджер, диспетчер кеүек һөнәрҙәр. Мәшғүллек үҙәге белгестәре әйтеүенсә, фрилансерҙар ғәҙәттә эш урынын үҙҙәре таба. Ә эш биреүселәр ғәҙәти режимлы вакансияларға кеше эҙләй. Уныһы аңлашыла, күп эш электрон форматҡа, һанлаштырыуға күсеп барған заманда ла кешелек әле баҫыуҙарға комбайндарҙы механизаторһыҙ сығара алмай, икмәк бешереүҙә лә ҡул эше талап ителә. Урамдарҙы ла робот саңһурғысы таҙартыу әле идея ғына булып ҡала, ә ҡыш көнө ҡар таҙартыуҙы әйтеп тораһы ла юҡ.

Рәмилә Исмәғилева