Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары менән осрашты. Унда Ағиҙел һәм Краснокама районынан хәрбиҙәрҙең ғаиләләре саҡырылды. Республика етәксеһе уларҙың яҡындарына Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Геройҙарҙың береһе – Хәлил Әбүбәкировтың ҡатыны мөрәжәғәт менән сыҡты. Яугир исемен Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалына бирергә тәҡдим итте. Хәлил Әбүбәкиров 15 йыл уҡыу йортон етәкләгән. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика башлығы ил именлеген һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙың иҫкә алды. Еңеү паркындағы Бөйөк Ватан һуғышы мемориалына сәскәләр һалды.