Абҙан ауылында һалдат исеменә мемориал асылды. Яугир махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ил һағына баҫа. Ул Херсон өлкәһендәге бәрелештәрҙең береһендә батырҙарса һәләк була. Яҡташыбыҙ ҡаһарманлығы Батырлыҡ ордены, Суворов, “Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Ҡырымды ҡайтарған өсөн”, “Курск өлкәһен азат иткән өсөн”, “Халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәш өсөн” һәм башҡа миҙалдары менән билдәләнгән.