Муса Гәрәев исемендәге батальон каналы булдырылды

Рәсми төркөм “Бәйләнештә” социаль селтәрендә асылды. Унда пилотһыҙ осҡостар берләшмәһенә ҡабул итеү шарттары менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ махсус хәрби операция билмәһендә хеҙмәт иткән операторҙар тураһында мәғлүмәт сараларында донъя күргән материалдарҙы ҡарарға була. Канал “Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осҡос системалары батальоны” тип атала. “Беҙҙең хәрби берләшмә легандар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә. Беҙ йәш, тырыш ир-егеттәрҙе үҙебеҙҙең сафҡа ҡабул итәбеҙ. Командаға үҫергә һәм еңеү яуларға теләгән көслө егеттәрҙе саҡырабыҙ. Ҡушылығыҙ! Шәхси хәбәрҙәр ебәрегеҙ”, - тип мөрәжәғәт итә каналды ойоштороусылар. Муса Гәрәев исемендәге батальонға һайлап алыу штабы Өфөлә Октябрь Революцияһы урамындағы 3-сө йортта урынлашҡан. башбат.рф сайтында хәрби хеҙмәт тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Белешмә өсөн элемтә телефоны: 122. Республикала яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.