Бөгөн Радий Хәбиров уҡыу йорто төҙөлөшө буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Лицей-интернатта 6-сы кластан алып һәләтле балалар белем аласаҡ. Бында математика, информатика, программа яҙыу буйынса алдынғы уҡыусылар әҙерләнә. 2027-2028 йылғы уҡыу йылына балалар махсус олимпиада һөҙөмтәләре буйынса туплана. Ул быйыл октябрҙә старт ала. - Беҙҙең бурыс һәләтле балаларҙы туплап, уларҙы уҡытып, белем кимәлен тағы күтәреп, республика һәм илдең математика элитаһын әҙерләү, - тине Радий Хәбиров.