Республика полицияһынан хәбәр итеүҙәренсә, операция барышында Пермь крайынан 19 йәшлек кеше ҡулға алынған. Ул махсус ҡоролма ярҙамында башҡа мутлашыусыларҙың эшен тәьмин иткән. 450 сим-карта табылған. Мутлашыусылар телефон номерҙарын алмаштырып бөтә Рәсәй буйынса эш алып барған. Ҡулға алынған аферист ғәйебен таныған, енәйәт эшен тикшереү дауам итә.