Спортты үҫтереүгә 2 млрд һумлыҡ инвестициялар. Быйыл июлдә Өфөлә яңы быуын физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙ эшен башланы. Комсомол урамындағы элекке «оҙайлы төҙөлөш» майҙанында бизнес ярҙамы менән республика өсөн мөһим проект тормошҡа ашырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фитнес-үҙәк эшмәкәрлеге менән танышып, проекттың юғары кимәлдә башҡарылыуын билдәләне. Спорт комплекстан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Синхронлы йөҙөү буйынса күрһәтмә сығыштар Өфөлә асылған яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексының бассейнында үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров олимпия чемпиондары, билдәле спортсылар менән бергә сағыу шоу-программаға тамаша ҡылды. Комплекста йөҙөү өсөн 25 метр оҙонлоҡтағы 10 юллыҡ бассейн бар, шулай уҡ гидромассажлы ҡоролма ла ҡуйылған. Балалар айырым зона ла ял итә ала.
2024 йылда инвестор килеү менән «оҙайлы төҙөлөш» объекты урынында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы проекты тормошҡа ашырыла башлай. Бер ай элек ул сафҡа индерелә һәм спорт һөйөүселәр өсөн ишектәрен аса. Компания генераль директоры Станислав Ямалов билдәләүенсә, республика ярҙамы менән сәләмәтлек һәм илһам өсөн эаманса экосистема булдырыла.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фитнес үҙәге эшмәкәрлеге менән танышып, Өфөлә быға оҡшаш комплекстар булмауын билдәләне.
Белгестәр физкультура-һауыҡтырыу комплексын ил кимәлендә иң яҡшылар иҫәбенә индерә. Күп функциялы. Инструктор етәкселегендә шәхси һәм төркөм күнекмәләргә йөрөргә, үҙаллы спорт менән шөғөлләнергә мөмкин, шулай уҡ фитнес-үҙәктә туҡланыу урыны ла ойошторолған, балалар клубы эшләй. Өфөнән Ирек Шарапов та клуб асылғандан алып тренажер залында
Яңы быуын фитнес-клубында тренажер комплекстарының да иң һуңғы моделдәре ҡуйылған. Бында спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн заманса шарттар булдырылған. Объекттың дөйөм майҙаны 11600 кв.м. тәшкил итә.
Учреждениела йөҙҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған, тренерҙарҙың көслө командаһы тупланған.
Почетлы ҡунаҡтар ҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Спортты популярлаштырыу, күберәк кешене сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Өфөләге физкультура-һауыҡтырыу комплексы фитнес инфраструктураһы өсөн яңы стандарттар билдәләй. Халыҡ теләктәрен иҫәпкә алып, күләмле социаль проекттар тормошҡа ашырыу ҙа планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина