Өфө ғалимдары самолет двигателе ҡалаҡтарын эшкәртеү өсөн яңы станок эшләй

Импортты алмашытыруға табан! Өфө фән һәм технологиялар университеты менән «ЕСМ» компанияһы самолет двигателдәре ҡалаҡтарын эшкәртеү өсөн заманса станок эшләй. Проект «Етештереү һәм автоматлаштырыу саралары» милли проекты сиктәрендә хуплау тапҡан. Яңы ҡоролма етештереү ҡеүәтен арттырырға, ә деталь эшкәртеү өсөн сарыф ителгән ваҡытты кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Буласаҡ станоктың яуаплы детале һынауҙар үтә. Өфө фән һәм технологиялар университетының бер төркөм ғалимдары юғары сифатлы газ турбина двигателе ҡалаҡтарын шымартыусы станок өҫтөндә эшләй. Проектлау конструкторҙар бюроһында башлана, һынауҙар иһә күрше лабораторияла үтә.

Беҙ эшләгән станок-күп яҡлы. Ул юғары теүәллек менән двигатель ҡалаҡтарын һәм бер юлы уларҙы тоташтырыусы монотәгәрмәстәр яһай аласаҡ. Күп көс һалмайынса ҡатмарлы геомериялы деталь алырға мөмкин.

Евгений Парфенов, Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире, техника фәндәре докторы

Титан һәм эҫегә сыҙамлы иретмәләр-авиатөҙөлөш тармағында төп материалдарҙың береһе. Әммә уларҙы фрезерлау, шамартыу еңелдән түгел. Яңы станок электрохимия эшкәртеүе ярҙамында металл киҫәгенән двигатель ҡалаҡтары алырға мөмкинлек бирәсәк. Был етештереү ҡеүәтен 50 процентҡа арттырыға, ә эшкәртеү ваҡытын 8 сәғәттән 60 минутҡа тиклем ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк.

Авиация төҙөлөшө өсөн яңы станокты эшләү «Етештереү һәм автоматлаштырыу саралары» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был маҡсатта 90 миллион һум аҡса бүленгән. Финанслауҙа «Рәсәй ғилми фонды», индустриаль парк һәм республика ҡатнаша. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 3 йыл талап ителә. Станок тулыһынса Рәсәйҙә етештерелгән деталдәрҙән торасаҡ. Был илдең технологик потенциалын нығытыуға һәм республикала юғары технологиялы производстволарҙы үҫтереүгә яуаплы аҙым.

Әлфинә Килдейәрова