Яңы уҡыу йылы башланыуға ике аҙнанан кәм ваҡыт ҡала бара. Күпселек ата-әсәләр балалары менән бергә мәктәп кәрәк-яраҡтары хәстәрләү мәшәҡәттәренә сумған. Мәктәп йәрминкәләре һәм махсуслаштырылған магазиндарҙа ниндәй рюкзак тәҡдим ителә, уларҙы һайлауҙа балалар ҡарашын, эксперттар фекерен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Күп бала тәрбиәләүсе Рита менән Хәбир Йәнекәевтар уҡыусы балаларына дөрөҫ рюкзак һайларға тырыша. Дамирға 11, Хәбиргә 7 йәш. Ата-әсәләре малайҙарға уның төҫөн, һүрәттәрен һайлауҙа тулы ирек бирә. Әммә һатыусы кәңәшенә лә ҡолаҡ һалалар.
Йәнекәевтәр бер юлы ике рюкзак һатып алды. Ысынлап та, арҡаға аҫып йөрөгән рюкзак матур аксессуар булыуҙан тыш, баланың һаулығына ла зыян килтермәҫкә тейеш. Иң мөһиме-этикеткалағы модалы яҙыуҙарға ҡыҙыҡмау, ә бала менән бергә рюкзактың кәүҙәгә тап килеүен тикшереү.
Ысынлап та кәштәрләрҙәге биштәрҙәр әллә ҡайҙан балҡып иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Ысын тормошта ла шулай, арҡаһына китап-дәфтәр тулы рюкзак аҫҡан уҡыусыны водителдәр ҙә йыраҡтан абайлаһын өсөн махсус яҡтыртыусы элементтары ла бар. Ә беренсе тапҡыр мәктәпкә белем эстәргә барыусылар өсөн дә һатыусыларҙың кәңәштәре төплө. Был эштә биш йыллыҡ тәжрибәһе булған һатыусы сифатлы һәм яҡшы тауарҙар ғына тәҡдим итә.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре лә мәктәп уҡыусыларын өсөн рюкзактарҙы, сумкаларҙы махсус магазиндарҙа һәм мәктәп йәрминкәләрендә генә һатып алырға көңәш итә. Тауарҙар маркировкаланған һәм белешмә мотлаҡ рус телендә булырға тейеш.
Табип-ортопедтар ҙа рюкзактың конструкцияһына етди иғтибар итергә кәңәш итә. Арҡаға тығыҙ тоташҡан һәм уның тәбиғи бөгөлөүен ҡабатлаған ҡаты ортопедик арҡалы моделдәрҙе һайлау отошлораҡ. Киң һәм йомшаҡ ҡайыштар ауырлыҡты тигеҙ бүлеүгә ярҙам итә.
Малай-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән мәктәп рюкзактары уңайлы һәм функциональ булырға тейш, ти белгестәр. Уларҙы теккәндә дым тартмай, бысранмай торған туҡымалар ҡулланыла. Бынан тыш рюказактар умыртҡа бағанаһына зыян итмәһен өсөн ортопедик йәһәттән ныҡлы һәм көсәйтелгән, иң мөһиме-яҡтыртыусы элементтары ла булыуы ла төп шарт.
Гүзәл Борханова