Баш ҡаланың Ленин районы махсус хәрби операпция яугирҙарына УАЗ автомобиле оҙатты

Юғары үтемле техникаға ихтыяж барлығын белдереп хакимиәт етәкселегенә «Мари» ҡушаматлы яугир мөрәжәғәт иткән. Алғы?ыҙыҡҡа юлланған «буханка» салоны буш ҡына бармай. Уның эсенә бензогенераторҙар, бысҡылар, иретеп йәбештереү аппараттары, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлгән. Ә бына автомобилдең үҙен яугирҙарға Өфөлә йәшәүсе Рәмил Ғәниев биргән.

Алғы һыҙыҡта был автомобилдән файҙа күберәк. Тик тороғансы яугирҙарға хеҙмәт итһен. Ошо рәүешле булһа ла еңеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә булдым. Иң мөһиме егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

Рәмил Ғәниев