Илмир Фәррәхов алғы һыҙыҡта ҡаты яралана. Демобилизацияланғас, тыуған яҡтарына ҡайтарыла. “Агростартап” федераль проектында ҡатнаша. Грант аҡсаһына башҡорт тоҡомло аттар һәм техника һатып ала. Бөгөн Илмир Фәррәхов фермаһында 40-тан ашыу йылҡы малы иҫәпләнә. Был турала Балтас район хакимиәте хәбәр итә.