Ғибәҙәт йорттары район үҙәгендә һәм Урмияҙ ауылында урынлашҡан. Уларҙы файҙаланыуға тапшырыу сараһында Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. “Асҡын ауылындағы мәсет “Нур” тип атала. Рухи үҙәк иман, берҙәмлек, традицияларға тоғролоҡ символы булыр. Халыҡты берләштереп торор. Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға, уны киләһе быуындарға тапшырырға ярҙам итер”, - тип яҙған район хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.