Бөгөн Өфөлә волейбол буйынса халыҡ-ара турнир башланды

Көрәш һарайында Рәсәй  йыйылма командаһы өс иптәштәрсә осрашыу үткәрә. Баш ҡалаға Иран, Беларусь һәм Куба волейболсылары килде. - Рәсәй волейболсылары  өсөн ул иптәштәрсә уйындар ғына түгел, халыҡ-ара ярыштарға кире ҡайтыуға ҙур аҙым була, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан. Әлеге минуттарҙа  Иран командаһы менән осрашыу  башланып тора.