Ишембай ҡалаһында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта ҡатнашып, төбәктә мәғариф системаһы үҫеше менән таныштырҙы. Президент Указының дауамы булараҡ төбәктә лә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү буйынса саралар күреләсәген иғлан итте. Сәхнәлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградаһы тапшырылды. Шулай уҡ Яңы уҡыу йылы алдынан муниципалитеттарға мәктәп автобустары бүленде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

1 сентябргә-республика бүләге. Белем биреү ойошмаларының автопаркы яңыртылып, ун автобус менән тулыланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров водителдәргә транспорт сараһы асҡысы тапшырып, яуаплы эштәрендә уңыштар теләне.

Автобус 25 урынға иҫәпләнгән, Глонасс системаһы, тахограф менән йыһазландырылған. Ейәнсура районы Абҙан ауылынан Шәһит Хажиәхмәтов ун йылдан ашыу уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтә. Тәжрибәле водитель яңы автобустың өҫтөнлөктәре күп булыуына һөйөнә.

Былтыр республика һәм федераль ҡаҙна иҫәбенән муниципалитеттарға 207 мәктәп автобусы бүленгәйне. Быйыл 69 транспорт сараһы тапшырыла. Автобустар балаларҙы ташыуға хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.

Тантаналы сара Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайы алдында үтте. Был осраҡлы түгел. Учреждение мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен ҡабул итте. Пленар ултырышта республиканың белем биреү системаһы ҡаҙаныштары билдәләнде.

Башҡортостанда йылдан-йыл Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәрен нығыта, мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ла быйыл 78 еңеүсе һәм призер булыуы ошоға дәлил. Уңыш нигеҙе-мәғариф өлкәһе инфраструктураһын үҫтереүҙә. Был йүнәлештә эш федераль министрлыҡ тарафынан да юғары баһалана.

Уҡыу программалары, балалар туҡланыуы, хәүефһеҙлек саралары-август кәңәшмәһендә мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде, шулай уҡ бер төркөм педагогтарға, хеҙмәт ветерандарына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.

Тантаналы сарала төбәк башлығы Радий Хәбиров үҙен оло тормош юлына сығарған уҡытыусыларын да тәбрикләне.

Быйыл июлдә ил президенты Владимир Путин уҡытыусыларҙың айырым статусын билдәләүсе Указға ҡул ҡуйғайны. Башҡортостанда ла абруйлы һөнәр эйәләренә иғтибар артасаҡ, өҫтәмә саралар ҡабул ителә.

Башҡортостан белем биреү ойошмаларын яңыртыу федераль программаһында әүҙем ҡатнаша, был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Ишембай районында ғына тиҫтәнән ашыу белем усағы капиталь ремонтланған. Быйыл 19-сы мәктәп тә заманса төҫ алған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәктәп кабинеттарын, тамаша һәм спорт залдарын, ашхананы ҡараны. Уҡыусылар һәм педагогик коллектив менән аралашты. Федераль программа ярҙамында мәктәптәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, үҙ сиратында Республика мәғариф системаһы ла нығый.

Төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында Ишембай нефть колледжында ла булды. Уҡыу йортонда ул лаборатория кабинеттарын, нефть һәм газ сығарыу полигонын ҡараны. Колледж етәкселеге киләһе йыл «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыуға заявка ҡалдырырға планлаштыра.

Ишембай ҡалаһында йыл әйләнәһенә балалар пульмонология шифаханаһы ла эшләй, ул 200 урынға иҫәпләнгән. Радий Хәбиров һауыҡтырыу учреждениеһында булып, дауалау бүлеген, бассейн, ашхана һәм музыка залын ҡараны. Шифахана етәкселеге билдәләүенсә, йыл башынан ғына бында мең ярымдан ашыу бала сәләмәтлеген нығытҡан.

Гөлназ Хәйбуллина