Һалҡын осорға ҡала-райондарҙа иҫке торбалар яңыртылды, ремонт эштәре башҡарылды, гидравлик һынауҙар ойошторолдо. Өфөлә уҙған быуатта һуҙылған иҫке торбалар заманса материалдарҙан эшләнгән каналдарға алмаштырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Өфөнөң Мостай Кәрим һәм Октябрьҙең 50 йыллығында йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыла. Һикһәненсе йылдарҙа һалынған торбалар бер нисә этапта алмаштырыла, хәҙер улар күпкә киңерәк, барлыҡ система контроль датчигы менән тәьмин ителгән. Граждандарҙы оҙаҡ һыуһыҙ тотмаҫ өсөн эштәр юғары тиҙлектә башҡарыла.
Башҡортостан райондарында ла йылытыу миҙгеленә әҙерлек раҫланған графикҡа ярашлы алып бара. Белоретта эшселәр пенополиуретан изоляцияһы булған торбалар ҡуя. Заманса материалдың өҫтөнлөктәре байтаҡ, иң мөһиме уны файҙаланыу ваҡыты күпкә оҙағыраҡ. Былтыр муниципалиетта иҫке торба сафтан сығып 73 күп ҡатлы йортта йәшәгән 20 мең кеше йылыһыҙ ҡалды. Шуға ла быйыл хаталарға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.
Республика буйынса ҡышҡа йылытыу системаһын әҙерләүгә 4 млрд 548 млн һум йүнәлтелгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда сумма 8 процентҡа күберәк. Төп финанслау күләме торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының ремонт фондына тура килә.Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль программаһы сиктәрендә илле саҡрым инженер селтәрҙәр ремонтланған. Барлыҡ эш авария участкаларын кәметеүгә, халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн ҡаралған.
Ф.Миһранова