Хыялын тормошҡа ашырған Алина: Өфөлә йәшәүсе ҡатын вертолетта оса

Вертолет штурвалы артында-ҡатын. Өфөлә йәшәүсе Алина Прямушко биш йыл инде вертолетта оса. Пилот һөнәрен үҙләштереп ул ике категория вертолетта осор өсөн рөхсәт алған. Винтлы машинала осоусы пилот ҡатын-ҡыҙҙар Башҡортостанда ғына түгел Рәсәйҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Осош алдынан вертолетты үбеү- мотлаҡ, ти Алина. Винтлы машинаны яҡын дуҫы кеүек күрә. Ҡуҙғалыр алдынан уның төҙөклөгөн тикшереү ҙә төп ҡағиҙәләрҙең береһе.

Вертолет менән идара итеү хыялы декрет ялы ваҡытында барлыҡҡа килгән. Дүрт ай ярым эсендә уҡып шунда уҡ Робинсон вертолетында оса башлаған.

Һауала яҡынса 550 сәғәт ваҡыт үткәргәнмен. Һауа судноһының командиры булараҡ был вертолет менән осһам, икенсе пилот булып ҙурырағында ла оса башланым, уға күптән түгел уҡыным.

Алина Прямушко, пилот

Башҡортостандың хозур тәбиғәтен ул өҫтән күҙәтергә күнеккән. Республика буйынса ғына түгел, ситкә лә осорға тура килә. Мәҫәлән, вертолетта Новосибирск ҡалаһына, Алтай крайына барып ҡайтҡан. Алыҫ араға осҡан ваҡытта өс сәғәт һайын ергә төшөп ял итеп ала.

Һәр осош үҙенсәлекле. Күп нәмә һауа торошона бәйле. Ел сығыу мөмкин, офоҡ яҡшылап күренмәүе ихтимал. Алтайға, Санкт- Петербургка осоуым ныҡ тәьҫир ҡалдырҙы.

Алина Прямушко, пилот

Осоу алдынан рөхсәт алып, маршрут төҙөргә лә, һауаға күтәрелергә генә кәрәк. Уңышлы осош өсөн ҡатындың ирҙәр ҡыйыулығы бар. Пилотһыҙ аппараттар һөжүме режимы ваҡытында иһә винтлы машинаны баҫыуға ултыртып көтөп торорға кәрәк.

Алина был һөнәрҙе Мәскәүҙә үҙләштерҙе. Беҙ уның тиҙ оҫтарып китеүенә һоҡланабыҙ. Киләсәктә инструктор булып башҡаларҙы ла өйрәтергә һәләте бар.

Ольга Старцева, вертолет үҙәге директоры

Вертолет ярҙамында тәғәйенләнгән урынға традицион транспорт төрҙәренә ҡарағанда 3- 4 тапҡырға тиҙерәк барып етергә мөмкин. Әммә һауа транспортын ҡуртымға алыуҙың хаҡы, уға уҡыу ҙа ла шул тиклем ҡиммәтерәк. Алина Илдар ҡыҙы иһә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар күрмәй. Өйҙәгеләре лә уның был теләген тәүҙә аптырабыраҡ ҡабул итһәләр ҙә, һуңынан күнеккәндәр. Осоусы ханым иһә көндән-көн бейегерәк күтәрелергә ҡанатлана.

Рәмилә Исмәғилева