Быуындар бәйләнеше: Рәсәй һуғыш ветерандары союзы 70 йыллығын билдәләй

Рәсәй һуғыш ветерандары союзы ойошторолоуға 70 йыл. Йәмәғәт ойошмаһы тарихы 1956 йылдың 29 сентябренән башлана һәм әлеге ваыҡтта совет һуғыш ветерандары комитетының эшен лайыҡлы дауам итә.

Теплоход бортында Ватанға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булған шәхестәр йыйылды. Улар һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, һуғыш осоро балалары, махсус хәрби операция ветерандары. «Быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған осрашыу беҙҙе көслөрәк итә» ти сараны ойоштороусылар.

Дуҫтарса йылы шарттарҙа сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт һәм тәбрик һүҙҙәре еткерелде.

Осрашыуҙа бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеүселәргә ярҙам саралары хаҡында ла әйтелде. Был ярҙам сараһы ауыр һынауҙар үткән, илде тергеҙеүгә тос өлөш индереүселәргә рәхмәт билдәһе.

2012 йылдың 29 мартында «Һуғыш балалары» тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң аҡсалата ярҙам бүленде, Быйыл 1 октябрь, өлкәндәр көнөнә лә был түләүҙәр көтөлә.Ләкин матди ярҙам мөһим түгел, күпте күргән һуғыш осоро балаларының яҙмышын таныу, бындай тормошто киләсәк быуын күрмәһен өсөн бар көстө һалыу мөһим.

Александр Палтусов, «Һуғыш балалары» Бөтә Рәсәй Йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе