Рәсәйҙә бөгөн Дәүләт флагы көнө билдәләнә.Илебеҙҙең өс төҫлө әләме 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Дәүләт флагы 17-се быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр сәмреғош сигелгән был байраҡ «Орел» хәрби карабында күтәрелә. Аҙаҡ Петр Беренсе указына ярашлы флагтың өлгөһө, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибе раҫлана. Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә. Ул Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт суверенитеты символикаһы булып тора. Байрам уңайынан республиканың төрлө тарафтарында патриотик саралар үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рәсәй флагы менән биҙәлгән машиналар колоннаһы Өфө урамдарын иңләй. Тиҫтәләгән автомобилдең маршруты Хаҡиҡәт урамынан башланып, Дим шоссеһы, М-5 трассаһы буйлап үтте. Автоуҙыштың төп маҡсаты-йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиләләү, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
Рәсәй дәүләт флагының аҡ төҫө тыныслыҡты, таҙалыҡты, сафлыҡты аңлатһа, зәңгәр-иман һәм тоғролоҡ төҫө, ҡыҙыл-Ватан өсөн ҡойолған ҡанды, көстө сағылдыра. Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙың маршруты Дим районында тамамланды, сара сик буйы ғәскәрҙәре тарафынан ойошторолған концерт менән дауам итте.
50 метрға 27 метр ҙурлыҡтағы Рәсәй байрағы Ағиҙел йылғаһы яры буйында йәйелде. «Алға-патриот» ойошмаһы тарафынан үткәрелгән флешмоб 300-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сарала ҡатнашыусылар Рәсәй гимнын башҡарҙы.
Байрам уңайынан Башҡортостан ирекмәндәре маскировка селтәрен хәтерләткән Рәсәй триколорын үрҙе. Ул яҡын арала махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән штурмлаусыларға ебәреләсәк. Йола буйынса ирекмәндәр селтәрҙе патриотик йырҙар башҡарып үрҙе.
Башҡортостан ирекмәндәре үргән флаг яугирҙарға улар артында ҙур ил, күп милләтле халыҡ һәм яҡын кешеләре булыуын иҫкәртеп торасаҡ, тигән фекерҙә акцияла ҡатнашыусылар. Дәүләтселебеҙҙең төп символы илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы алға әйҙәй.
Әлфинә Килдейәрова