Шаран районының Һарыһаҙ ауылында юлдар ремонтлана

Төҙөлөш эше «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы»на ярашлы ойошторолған. Дөйөм оҙонлоғо ике километр тәшкил иткән урамдарҙы ремонтлау өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Сығымдарҙың күп өлөшөн республика һәм район ҡаҙнаһы ҡаплай, урындағы халыҡ көсө менән 290 мең һум аҡса йыйылған. «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы»нда 8 йыл ҡатнашыу сиктәрендә райондың Дүртөйлө ауыл советы 11 миллион һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырған. Улар, башлыса, юлдарҙы яңыртыу, социаль инфраструктураны яҡшыртыуға йүнәлтелгән.