Юл-транспорт фажиғәһе Күлле – Күсем руднигы автомобиль юлында теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы еңел автомобиль менән идара итеүсе 19 йәшлек егет ҡаршы һыҙатҡа сығып икенсе машинаға бәрелә. Уның быға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүе билдәләнгән. Авария һөҙөмтәһендә йәш водитель һәм уның ике пассажиры урында һәләк булған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.