Әбйәлилдәр йәйен дә сәкән һуға

Районда икенсе йыл рәттән хоккей буйынса йәйге чемпионат уҙғарыла. Быйыл турнирҙа 7 команда ҡатнашҡан.  Уйындар Магнитогорскиҙың “Умка” боҙ һарайында уҙған. Турнирҙа  Әлмөхәмәт ауылынан  “Аҡбуҙат” хоккейсылары еңеү яулаған. Асҡар һәм Ташбулат ауылдары командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешкән. Ишбулды ауылының “Ахай” клубы вәкиле Азамат Зарипов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт