Башҡортостан спортсылары Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында тағы ике миҙал яуланы

Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңел атлет Анна Теплова бронза наградаға лайыҡ булды. Ул Силәбелә ярыштарҙа  5 мең метрға  йүгереүҙә финишҡа өсөнсө  булып килде. Екатеринбургта уҡ атыу буйынса турнир тамамланды. Ҡатнаш командалар араһында ярыштарҙа Башҡортостандан  Елизавета  Боброва  һәм  Дмитрий  Агуреев  көмөш награда алды.