Башҡортостанда 11 ҡала һәм районда эхинококкоз менән ауырыусылар булған

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығы  2025 йыл һөҙөмтәләрен иғлан итте. Уҙған  йылда 15 кеше сирләгән.  Уларҙың күбеһе ауыл кешеләре. Эхинококкоздың  12 осрағы эттәрҙән йоҡҡан, шулай уҡ урманда еләк һәм бәшмәккә  барғандан һуң ауырыусылар теркәлгән.