Өфөләге математика лицей-интернатына тәүге совет ЭВМ-дарын уйлап табыусы Бәшир Рәмиев исеме бирелә

Шулай уҡ уҡыу йортона ингән ерҙә билдәле ғалимға һәйкәл ҡуйыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Математика лицей-интернат төҙөлөшөн киләһе йылдың 1 сентябренә тамамлау планлаштырылған. Уҡыу йорто 360 уҡыусыға иҫәпләнә. Унда 6-сы кластан алып ҡыҙ һәм малайҙар белем ала. Эштәр “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы башҡарыла.