Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров педагог һөнәренең абруйын күтәреү буйынса Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм мәктәп уҡытыусыларының балалары мәктәпкәсә учреждениеларға беренсе сиратта ҡабул ителә башлай. Шулай уҡ педагогтарға өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн дә шарттар булдырыла. Оператив кәңәшмәлә Яңы уҡыу йылына әҙерлек, ураҡ эштәре барышы һәм киноиндустрияһы үҫеше мәсьәләләре лә ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Рәсәй президенты Указының дауамы булараҡ республикала уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү буйынса өҫтәмә саралар тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле документҡа ҡул ҡуйыуын хәбәр итте. Һөнәри үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, бынан тыш, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә яңы дәүләт наградаһы булдырыла.
1 cентябрҙә Башҡортостан белем усаҡтарына ярты миллиондан ашыу уҡыусы бара, шул иҫәптән 41 меңе-беренсе класҡа. Оператив кәңәшмәлә Яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Мәғариф учреждениеларын яңыртыу федераль программаһына 36 дөйөм белем биреү ойошмаһы ингән, төбәк етәксеһе объекттарҙы ваҡытында тапшырыу, был йүнәлештә эшкә энергия өҫтәү бурысын ҡуйҙы.
Уҙған аҙнала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Октябрь революцияһы урамындағы участкала барған реконструкция эштәрен дә ҡарағайны. Биләмәлә өлөшләтә йәйәүлеләр зонаһы ойоштороу ҡаралған. Эргәләге мәҙәни мираҫ объекттары мотлаҡ рәүештә инвесторҙар ҡатнашлығында тергеҙеләсәк.
Оператив кәңәшмәлә урып-йыйыу эштәре лә ҡаралды. Башҡортостанда 1 миллион 770 мең тонна иген йыйып алынған. Ужым культуралары буйынса эш финиш һыҙығына яҡынлашҡан-дөйөм майҙандың 96 проценты эшкәртелгән. Ярауайҙар барлыҡ райондарҙа ла тиерлек йыйыла. Уҙған аҙнаның яуым-төшөмлө булыуы ғына ураҡ эштәрен бер аҙ тотҡарлағайны, әле темптар яҡшыра. Параллель рәүештә майлы культуралар-етен, рапс, гәрсис уңышы алына башлаған.
Был аҙна шәмбе Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында 14-cе тапҡыр «Һөт иле» фестивале үтә. Ҡунаҡтар өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр күргәҙмә-йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре әҙерләй.
Оператив кәңәшмәлә төбәктең мәҙәниәт министрлығы етәкселеге киноиндустрия һәм анимация үҫеше менән дә таныштырҙы. Һуңғы йылдарҙа тулы метражлы филдьмдар производствоһы әүҙем үҫешә. «Башҡортостан» киностудияһының проекттары йыл һайын төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып, лайыҡлы наградалар менән билдәләнә. Әле башҡорт режиссерҙары «Керчь», «Пионер лагеры», Ғәли Соҡорой, «Урал батыр» һәм башҡа фильмдар өҫтөндә эшләй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров киләһе йыл бюджеттан республика кинематографистарына ярҙамға аҡса бүлергә ҡушты.
Рәсәй киноһы көнө уңайынан Башҡортостан «Кино төнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. 29 август кинозалдары булған барлыҡ муниципалитеттарҙа бушлай кино ҡарау мөмкинлеге була.
Гөлназ Хәйбуллина