Стәрлетамаҡта «Беҙ бергә» фестиваленә 15 мең тамашасы йыйылды

15 мең тамашасы менән бер тулҡында. Стәрлетамаҡта «Юлдаш» радиоһы менән «Галактика» күңел асыу үҙәге ойошторған «Беҙ бергә» музыка фествиале үтте. Саранан киләһе яҙма.

«Юлдаш» радиоһы тарафынан 8-се тапҡыр ойошторолған «Беҙ бергә» фестивале картиналар күргәҙмәһе менән танышыуҙан башланды. «Фабри» сауҙа үҙәгендә «Башҡортостандың йәнле палитраһы» экспозицияһы эшләй. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының 260 йыллығына арналған. Абруйлы рәссамдар һәм йәш ижадсыларҙың 80-гә яҡын сәнғәт әҫәрен күрергә мөмкин.

«Юлдаштар» тамашасының күңеленә хуш килерлек программа менән Стәрлетамаҡта ҡунаҡта. Сағыу экран, заманса биҙәлеш, 30-ға яҡын йырсы, «Теге өсәү» егеттәре, шәп бүләктәр... «Беҙ бергә» проекты Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. «Про парк» Бөтә Рәсәй бәйгеһендә «Йыл сараһы» номинацияһында еңеү яулаған был фестиваль Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн генә түгел, республиканың көньяҡ райондары, шулай уҡ Ишембай, Күмертау, Салауат, Мәләүез ҡалалары, күрше өлкәләр халҡы өсөн дә көтөп алған байрам.

Тамашасылар күңел асыу өсөн генә түгел, үҙҙәре менән яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам да алып килгән. Йыр-йыуата, моңландыра, һағышты баҫа, көс-дәрт өҫтәй, ауырлыҡты еңеләйтә...

Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған фестивалдә «Юлдаш» радиоһына Башҡортостанда туризм индустрияһына индергән тос өлөшө өсөн махсус статуэтка һәм «Рәхмәт хаты» тапшырылды.

Әлфинә Килдейәрова