Әбйәлилдәр йәйен дә сәкән һуға. Магнитогорск ҡалаһында Әбйәлил районының Асҡар, Ишбулды, Ташбулат, Хәлил, Буранғол, Байым һәм Әлмөхәмәт ауылы командалары араһында район чемпионаты үтте. Хоккей турниры май айынан алып 25 уйындан тора. Һөҙөмтәлә, плей-оффта дүрт команда көс һынашты.
Әйткәндәй, хоккей-әбйәлилдәр өсөн миҙгел әйләнәһенә барған уйын. Улар йыш ҡына күрше Силәбе өлкәһенә ҡаршы уйынға ла сыға. Хатта, Әбйәлил ауылдарында ойошторолған айырым командалар ҙа бик күп. Шуға ла районда боҙ һарайы эшләнә ҡалһа, ил кимәлендә танытырлыҡ спортсылар үҫеп сығырына өмөт ҙур. Ә инде сираттағы район чемпионатында Әлмөхәмәт ауылынан «Аҡбуҙат» хоккей командаһы еңеү яуланы.