Өфөлә “Һөт иле” фестивалендә тәүге тапҡыр цирк артистары сығыш яһай

Был сара 29 августа “Ҡашҡаҙан” паркында үтә. Һөт йәрминкәһе, фермер баҙары, ҡымыҙ, сыр һәм бал майҙансыҡтары булдырыла.  Оҫталыҡ дәрестәре, уйындар ойошторола. Һәр кем махсус акцияла ҡатнашып, фастфуд, тәм-том, газлы эсемлекте һөткә алыштыра ала. Ғаилә фестивале республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.