"Салауат Юлаев" һөжүмсе Мэттью Маджо менән килешеү төҙөргә ниәтләй. Был турала спорт агентлыҡтары хәбәр итә. Маджо уҙған миҙгелдә Америка хоккей лигаһында сығыш яһаны. 12 шайба индерҙе, 31 һөҙөмтәле пас бирҙе.