Күмертауҙа 71 йәшлек пенсионерҙы миллион ярым һумға алдағандар

Уға социаль селтәрҙә  элекке коллегаһы исеменән яҙғандар. Онлайн-инвестиция аша  аҡса эшләп булыу  мөмкинлеге тураһында  хәбәр иткәндәр. Пенсионер әйтелгәндәрҙе  үтәгән, бер нисә  ай  буйы  аҡса  күсергән, экран аша сумманың арта барыуын күҙәткән. Бер аҙҙан аҡсаһын сығарып алырға ниәтләгән, әммә  шәхси кабинетың ябыҡ  булыуы  асыҡланған.  Ҡатын шунда  ғына алданыуын аңлаған. Был хәлде  полиция  тикшерә.