Рус драма театры артистарының йәйге ялы тамам. Актерҙар 165-се, юбилей миҙгелен асырға әҙерләнә. Башта тамашасылар апрелдә ҡуйылған заманса режиссура һәм драматургияның ижад лабораторияһында тыуған спектаклдәрҙе ҡарай аласаҡ. Августа Геннадий Шпаликовтың киносценарийы буйынса Галина Зальцман ҡуйған «Причал» спектакленең премьераһы була. Ә ноябрҙә репертуарҙы «Икәү» рок драмаһы тулыландырасаҡ.
Театрҙа иң йәш тамашасылар өсөн дә яңы сәхнә әҙәре ҡуйыла. Ул Петр Ершовтың «Конек-Горбунок» әкиәтенең яңы версияһы. 165-се миҙгелде рәсми асыу 18 сентябргә планлаштырылған.Был көндө тамашасы хөкөмөнә «Һөйөүсе 8 ҡатын-ҡыҙ» спектакле сығарыласаҡ. Уның эстәлегендә киҫкен сюжетлы тарих, тышҡы әҙәп артында серҙәр һәм ҡапма-ҡаршы ваҡиғалар йәшеренгән.