Быйыл 90 ауыл һәм ҡалала 2 мең станцияны сафҡа индереү планлаштырыла. Был турала вице-премьер Олег Ли белдерҙе. Шулай уҡ республикала заманса технологиялар ҡулланыу даирәһе киңәйә. Халыҡтың 75 проценттан күберәк дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән. Кәрәкле барлыҡ хеҙмәттәр электрон тәртиптә күрһәтелә.