Өфөлә Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Советтың тәүге ултырышы үтте. Уның эшендә дәүләт һәм муниципаль власть органдары, үҫеш институттары, фәнни берләшмә, банк ойошмалары һәм IT-компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Дәүләт идаралығын яһалма интеллектҡа ярашлы үҙгәртеп ҡороу маҡсатында Башҡортостанда компетенциялар үҙәге ойошторолған ҡаралған, шулай уҡ электрон документ әйләнешенә лә яңылыҡтар индерелә. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Республикала йәшәүселәр бөгөн телефон аша табипҡа яҙылыуҙан тыш, үҙҙәре лә медицина учреждениеларынан шылтыратыуҙар ҡабул итә. Әммә һуңғыһында һанлы ярҙамсы сәләмләп, диспансеризация үтеүгә саҡыра, теге йәки был белгескә яҙылыу ваҡыты тураһында ла иҫкәртә, шулай уҡ медицина ярҙамы сифаты менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостандың медицинаны һанлаштырыу өлкәһендә тәжрибәһе ҙур. Яһалма интеллект рентген һәм компьютер томографияһы һөҙөмтәләрен дә анализларға ярҙам итә. Өфөнөң 13-cө ҡала клиник дауаханаһының үҙәкләштерелгән клиника-диагностика лабораторияһында ла етештереүсәнлекте арттырыу маҡсатында автоматлаштырылған трек линияһы булдырылған.
Заман технологиялары һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән тыш, башҡа тармаҡтарҙа ла киң ҡулланыла башланы. Был йүнәлештә эш дәүләт кимәлендә ҡеүәтләнә. 2030 йылға тиклем яһалма зиһенде үҫтереү буйынса Милли стратегия билдәләнгән. Президент ҡарамағында был мәсьәлә өсөн яуаплы махсус комиссия эшләй. Башҡортостанда Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Совет ойошторолоп, республика Хөкүмәтендә айырым департамент булдырылды.
Советтың тәүге ултырышы дәүләт идаралығын заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороу, электрон документ әйләнеше системаһына яһалма интеллектты индереү мәсьәләләренә арналды. Республика менән идара итеү үҙәге был йүнәлештә эште федераль эксперттар ҡатнашлығында уңышлы алып бара.
Яһалма интеллект технологиялары республиканың Ситуация үҙәге эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡулланыла башлаясаҡ. Һанлы ярҙамсы мөрәжәғәттәрҙе тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеп эшкәртеү һөҙөмтәһендә халыҡ менән бәйләнеш сифаты күпкә яҡшырыр тип көтөлә. Яуаптар тиҙ һәм оператив рәүештә алынасаҡ. Ҡатмарлы осраҡтар айырым операторҙар тарафынан эшкәртелә. Аҡыллы Система нигеҙендә берҙәм аналитика платформаһын да ойоштороу ҡаралған.
Былтыр декабрҙә Белорет ҡалаһының йылылыҡ селтәрҙәрендә ҙур авария теркәлгәйне. Бындай осраҡтарҙы иҫкәртеп, коммуналь инфраструктура объекттарының торошона системалы мониторинг уҙғарыу маҡсатында урында пилот проект тормошҡа ашырыу ҡаралған. Йылылыҡ менән тәьминәт системаһының һанлы моделе булдырыла. Киләсәктә коммуналь инфраструктуралағы яңылыҡтарҙы башҡа муниципалитеттарға ла таратыу планлаштырылған.
Республикала яһалма зиһен технологияларын индереү буйынса «юл карта»һын төҙөү бурысы ла ҡуйылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештә эш башҡарма валсть органдары, фән һәм бизнес ҡатнашлығында үтергә тейеш тине.
Бөгөн республика башҡарма власть органдары үҙҙалы ғына һанлы сервистарҙы һынап ҡарай, ошоға бәйле берҙәм инфраструктура булдырыу маҡсаты ҡуйылған. Ултырышта дәүләт идаралығы системаһының яһалма интеллект-трансформацияһы буйынса Компетенциялар үҙәге булдырып, IT-белгестәрҙән торған команданы Вуз-ара студенттар кампусының IQ-паркында урынлаштырыу тәҡдим ителде. Республиканың һанлы үҫеше буйынса «юл картаһы» ла төҙөлә.
Гөлназ Хәйбуллина