Башҡортостанда Муса Гәрәев исемендәге БПЛА батальоны туплана

Башҡортостанда 18 йәшлек егет армия сафтарында хеҙмәт итеү урынына ил алдындағы бурысын контракт буйынса пилотһыҙ системалар ғәскәрәҙәрендә үтеүҙе һайлай. Бөгөн ул яңы хәрби һөнәр генә түгел, ә ысын мәғәнәһедә социаль лифт-ул уникаль һөнәри оҫталыҡ тупларға мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, юғары хәүефһеҙлек кимәле гарантиялана, тигән фекерҙә Ватан һаҡсыһы.

Өфөнөң «Черемушки» лагеры биләмәһендә урынлашҡан «Защитник» үҙәге ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Әле ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонын туплау дауам итә. Подразделениеға хәрбиҙәрҙе йыйыу тураһында август башында Башҡортостан башлығы иғлан иткәйне.

Башҡа частәргә ҡарағанда пилотһыҙ системалар батальонында хеҙмәт итеү ҡырҡа айырыла. Төп үҙенсәлеге-операторҙар ситтән тороп хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫ эшләй. Был яугирҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефте кәметә. Контракт төҙөүҙең дә үҙенсәлектәре бар. Беренсе килешеү кәм тигәндә бер йылға төҙөлә. Был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, документта һөнәрҙе һаҡлап ҡалыу гарантияһы нығытылған: хәрби хеҙмәткәрҙең ризалығынан тыш икенсе вазифаға, йәки башҡа ғәскәр төрөнә күсермәйҙәр.

Пилотһыҙ системалар батальоны хәрбиҙәре, әгәр артабан контракт буйынса хеҙмәт итергә теләмәһә, контракт ваҡыты тамамланғас, эштән китергә хоҡуҡлы. Был турала документтың ҡушымтаһында яҙылған. Шуға күрә был килешеүҙе махсус контракт тип атайбыҙ. Оборона министрлығы үҙ өҫтөнә алған бөтә йөкләмәләр һис шикһеҙ үтәләсәк. Был илдең юғары хәрби-сәйәси идаралығы контролендә тотола.

Сергей Родинко, Башҡортостандың контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты етәксеһе

Бындай шарттар йәштәр өсөн дә юл аса. Вуз студенттары хеҙмәт итеү өсөн академик отпуск алыуға хоҡуҡлы. Бер йылдан һуң, улар уҡыу йоронда тергеҙелеүҙән тыш, бюджет урынына ла дәғүә итә ала. Хәрбиҙәр тыныс тормошҡа талап ителгән компетенцияларҙы ла үҙләштерә. Атап әйткәндә, ҡатмарлы техника менән эш итеү, уны ремонтлау, программалау, карта һәм элемтә менән файҙаланырға өйрәнә. Дәртләндереү системаһы ла эшләй: БПЛА-ны һөҙөмтәле ҡулланыу өсөн өҫтәмә түләүҙәр 50 мең һумдан алып 500 мең һумға тиклем етәүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта контракт төҙөүселәр өсөн стандарт льготалар тулы күләмдә һаҡлана. Әммә йыш ҡына яугирҙарҙы тыуған ил алдындағы бурыс тойғоһо килешеү төҙөргә этәрә.

Аҡса артынан ҡыумайым. Ашығыс хеҙмәттә лә, махсус хәрби операция биләмәһендә лә тыуған илде яҡлайһың. Шуға күрә контракт төҙөргә булдым.

«Малой» ҡушаматлы яугир

Дәүләт һәр этапта системалы ярҙам күрһәтеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Махсус хәрби операция ветерандары өсөн социаль яраҡлашыу һәм эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү буйынса программалар эшләй. БПЛА операторҙарының армияла алған лидерлыҡ сифаттары һәм техник оҫталыҡ хеҙмәт баҙарында юғары конкурентлы белгес итә. Уларҙың күбеһе әл үк үҙ төбәктәренең тормошона әүҙем ҡушыла. Социаль башланғыстарҙа ҡатнаша, остаз булараҡ йәштәр менән эшләй, тәжрибәһен яңы быуынға тапшыра.

Өфө. Октябрь Революцияһы ур., 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була

Белешмә өсөн телефон: 8 995 94 86 541