Өфө ҡалаһында йәшәүсе Геннадий Филиновҡа йөҙ йәш тулды. Бөгөн уны юбилейы менән Совет районы хакимиәте ҡотланы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1926 йылда Чита өлкәһендә тыуған, һуңыраҡ ғаилә Красноярск крайына күсеп килгән. Ҡыҙыл армияға ул 1943 йылдың ноябрендә саҡырылған. Барнаул хәрби-пехота училищеһында уҡыған. Старшина булып хеҙмәт итәкәндән һуң 1950 йылда кесе сержант дәрәжәһендә запасҡа ебәрелгән.
Башҡа көндәрҙә ул ғәҙәттә яңғыҙ булһа, байрам һәм тыуған көнөндә Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы етәкселегендәге команда мотлаҡ йөҙйәшәрҙең фатирының ишеген шаҡый. Ҡатыны һәм берҙән бер улы баҡыйлыҡҡа күскән. Әммә Геннадий Яковлевич бирешмәй, бөгөн дә 100 йәшен ҡаршы алғанда егеттәрсә костюмда, күкрәген орден- миҙалдар биҙәй. Бер быуат эсендә был тормоштоң әсеһен- сөсөһөн татыған уҙаман татлы бүләк -торт менән сәйҙе лә бөгөн бер үҙе эсәсәк. Уҙған быуаттың шанлы һуғыш йылдарын иҫләй-иҫләй.
Совет районы хакимиәте башлығы уға хеҙмәттәшебеҙ тип өндәшә. Сөнки йөҙ йәшендә лә ветеран социаль сараларҙа әүҙем ҡатнаша, балаларға илһөйәрлек дәрестәре уҙғара.
Һуғыштан һуң политехник институтын тамамлаған һәм Ставрополь крайы, Красноярск, Дәүләкән, Куйбышев, һәм Туймазыла заводтарҙа эшләгән.
Башҡортостанды икенсе кесе Ватаным тип йөрөтә. Йөҙ йәшендә лә ул үҙен түгел, башҡаларҙы ҡайғыртып йәшәй. Хәйер, ул быуын вәкилдәре өсөн был ғәҙәти.
Рәмилә Исмәғилева