«Ҡатын-ҡыҙ йөрәгендә-ауыл яҙмышы». Ошо исем аҫтында Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙар советының күсмә семинары дауам итә. Был юлы рәсми делегация төбәктең Хәмит ауылы биләмәһе йәшәйәше менән яҡындан танышты. Сара Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискҡа сәскә һалыуҙан башланды. Артабан ҡунаҡтар ауыл ҡотон тотҡан уңған хужабикәләрҙең уңыштарын барланы.
Илсиә Ҡасимованың шәхси музейы ғына мәҫәлән, боронғо көнкүреш әйберҙәре, хеҙмәт ҡоралдары, халҡыбыҙҙың тормошон сағылдырған ҡомартҡылар һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ семинар ҡатнашыусылары урындағы кәсепселек төрҙәре менән дә танышты. Һарыҡсылыҡ, бура буралау шуларҙың береһе ине. Ошо рәүешле хәмиттәр халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, хеҙмәткә мөнәсәбәте, тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә булыуын күрһәтергә тырышты.