Республика исеменән күләмле сарала дизайнер Артур Исҡужин менән тарихи реконструктор Гөлсөм Хөсәйенова сығыш яһаясаҡ. Сәфәргә әҙерлек барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Бишкәк ҡалаһында үтәсәк «Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына» алып барыласаҡ образдарҙың яҡынса һүрәттәре. Таҡтаға сығарылған был һыҙмалар алда ҙур сәфәр, яңы танышыуҙар һәм идеялар көтөүен аңлата. Өфө дизайнеры Артур Исҡужин күләмле сарала ҡатнашыу-ҙур яуаплылыҡ булыуын билдәләй. Уның стилләштерелгән образдары күсмә халыҡтар араһында төп уйындар һаналған сараның подиумы буйлап үтәсәк.
Алтынсы «Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары»н был күләмле сараның «тыуған иле» Ҡырғыҙстан ҡаршы ала. 31 августан алып 6 сентябргә тиклем барасаҡ уйындарҙа 90 илдән ҡатнашыусылар килеүе көтөлә. Программала ат сабыштары, милли көрәш төрҙәре, шулай уҡ интеллектуаль һәм халыҡ уйындары уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, сара сиктәрендә халыҡ-ара фәнни конференциялар һәм симпозиумдар ҙа ҡаралған. Этно-баҙар күргәҙмәһендә яҡташыбыҙ Гөлсөм Хөсәйенова ҡатнашасаҡ. 2017 йылдан алып милли образдарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнгән оҫта күләмле күргәҙмә өсөн махсус коллекция әҙерләгән. Был мәҙәни форумда ҡатнашыу-һәр ижад кешеһенең хыялы, ти ул.
«Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында» ҡатнашыу яҡташтарыбыҙ өсөн яуаплы миссия: үҙ эштәреңде тәҡдим итеүҙән тыш, Башҡортостанда традицияларҙың хөрмәт ителеүе, уларҙың быуындан-быуынға тапшырылыуын лайыҡлы күрһәтеү шарт.
Әлфинә Килдейәрова