Сәләмәтлек һағында тороусыларға яһалма зиһен ярҙамға килә. Ул табипты тулыһынса алмаштыра алмай, әммә белгестәр эшен һиҙелерлек кәметә һәм мәғлүмәттәрҙе анализлау тиҙлеген арттыра, сирҙе иртә асыҡлау һәм ваҡытында дауалау мөмкинлеге бирә. Яһалма зиһен Башҡортостан райондарының медицина учреждениеларында ла әүҙем индерелә. Саҡмағош үҙәк район дауаханаһында яһалма инттеллекттың пациенттар сәләмәтлеген күҙәтеүҙәге әһәмиәтен һәм һөҙмәтәллелеген БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Раушания Маликова һөйөклө әсәһен диспансеризацияға шәхсән алып килгән. Тикшереү барышында яһалма зиһен ярҙамында һөт биҙҙәренең торошо күҙәтелде. Заманса технология табиптарға фотоларҙы тиҙ һәм иғтибар менән өйрәнергә ярҙам итә. пациент дауахана хеҙмәткәрҙәре эшенән ҡәнәғәт.
Саҡмағош үҙәк район дауаханаһында яһалма интеллект 2024 йылдан индерелә башлай. Маммограф, флюрограф, рентгент аппараттары-йәмғеһе алты берәмек техника яһалма зиһенгә тоташтырылған.Тикшеренеүҙәр медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына, ә һуңынан МосМеД ИИ сервисына күсә. Артабан яһалма интеллект анализлаған пленкалар «ПроМед»программаһына индерелә.
Үпкәләрҙе һәм һөт биҙҙәрен тикшергәндә яһалма интеллект ҡулланыу, пациентҡа тик файҙаға ғына, ти табип-рентгенолог Илгиз Ваһапов. Рентген, компьютер томографияһы, маммография һүрәттәрендә алгоритмдар бик ваҡ үҙгәреш, тығыҙланыуҙарҙы, шикле формаларҙы асыҡ симптомдар барлыҡҡа килгәнсегә тиклем үк күрә ала. Был бик мөһим фактор, ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлау уңышлы дауалау мөмкинлеген арттыра,ти белгестәр
Ысынлап та, табиптар эшендәге ярҙамсы яһалма зиһен күҙ ҡарашынан йәшеренгән нескә деталдәрҙе лә күрә һәм анализлай ала. Әммә ул тулыһынса табипты алмаштырмай, киреһенсә, уға өҫтәмә таяныс бирә. Шуға ла, диагноз анығыраҡ, ә ярҙам ваҡытында күрһәтелә.
Яһалма зиһен тиҙ, аныҡ һәм өҙлөкһөҙ эшләй. Уның ярҙамында табиптар һәр пациентҡа күберәк иғтибар бирә. Ә республика күләмендә алда ҙур эш-радиология һәм лаборатория хеҙмәттәренә яһалма зиһенде әүҙем индереү бурысы ҡуйылған. Был заманса диагностика уңайлыраҡ, ә ярҙам тағы ла ышаныслыраҡ буласаҡ тигәнде аңлата.
Гүзәл Борханова