Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре, яҡындары, ирекмәндәр, өсөнсө быуын университетына йөрөүселәр Ағиҙел буйлап бер теплоходта йөҙҙө. Хәйриә акцияһы Өфөнөң Ленин районы хакимиәте һәм Суднолар ремонтлау-суднолар төҙөү заводы башланғысы менән ойошторолдо. Ҡунаҡтар йылғанан баш ҡаланың матур күренештәрен күҙәтте, йырланы, бер- береһе менән аралашты.