Өфөлә «Әсә доғаһы» шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте

Өфөлә «Әсә доғаһы» тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте. Китапҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре, яҡындары, хеҙмәттәштәре яҙған 150-нән ашыу әҫәр тупланған. Ул Башҡортостан, Дағстан, Мәскәү, Ульяновск, Пермь крайы һәм башҡа төбәк авторҙарын берләштергән. Йыйынтыҡ «Герой әсәһе» проекты сиктәрендә 200 данала нәшер ителгән. Презентацияла үҙенең шиғырҙарын Өфөлә йәшәүсе Вәкилә Фазылова ла тәҡдим итте. Вәкилә ханым улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандан һуң ижад юлына баҫҡан. Шиғырҙар яҙыу уға ауыр юғалтыуҙы кисерергә ярҙам иткән. Бер нисә йыл эсендә 100-ҙән ашыу әҫәр ижад итеп, уларҙың 7-һе айырым йыйынтыҡҡа индерелгән.